Мәҫәлән, ғәмәлдәге закондарға ярашлы, урманды көнкүреш, төҙөлөш, сәнәғәт һәм башҡа ҡалдыҡтар менән сүпләү тыйыла, урманда ағас әҙерләгәс, ағас ҡырҡҡан урынды таҙартып, йыйыштырырға кәрәк.
Шәхси эшҡыуарҙар С.Н.Ионов, Ф.З.Фәйрүзов, Б.М.Аҡанаев тарафынан эшкәртелгән диләнкәләрҙе тикшереү барышында был кешеләрҙең ағас киҫкән урындарын ваҡытында таҙартыу буйынса закон талаптары үтәлмәүе билдәләнде.
Мәҫәлән, шәхси эшҡыуар С.Н.Ионовҡа бирелгән диләнкә тикшереү мәлендә таҙартылмағайны. Бынан тыш, диләнкәләрҙә етештерелгән ағас һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары өйөп ҡуйылған.
Асыҡланған етешһеҙлектәр - урманда янғын сығыу хәүефе янауҙы иҫәпкә алып, район прокуратураһы тарафынан ғәйепле кешеләргә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 8.31, 8.32 статьяларында ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эштәр ҡуҙғалтылды.
Уларҙы тикшереү һөҙөмтәһендә юғарыла атап үтелгән шәхестәргә административ штраф һалынды. Район прокуроры талаптарын үтәү өсөн асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн саралар ҡабул ителде. Максим ВАЛИКОВ, район прокуроры.