Бөтә яңылыҡтар

Законһыҙ ағас ҡырҡҡан өсөн енәйәт эше

Ағымдағы йылдың майында район прокуратураһы урман закондарын үтәү буйынса күсмә тикшереү үткәрҙе. Уның барышында Стәрлебаш урмансылығында законһыҙ ағас ҡырҡыу факты асыҡланды.

2017 йылдың сентябренән 2018 йылдың майына тиклем билдәһеҙ кешеләр тарафынан етмештән ашыу ҡарағай һәм ҡарағас ағасын законһыҙ ҡырҡыу асыҡланды. Дөйөм зыян суммаһы - 245 мең һумдан ашыу.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, район прокуратураһы тарафынан йыйылған материалдар Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлегенә ебәрелде, РФ Енәйәт кодексының 260 статьяһының 3-сө бүлеге буйынса (айырыуса ҙур күләмдә законһыҙ ағас киҫеү) енәйәт эше ҡуҙғалтылды.

Енәйәт эшен тикшереү барышы район прокуратураһы контролендә.

Виталий АРХАТКИН,

район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.


Читайте нас: