Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы башланғысы менән йыл һайын декабрь айында Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Мексиканың Мерида ҡалаһында 2003 йылда ҡабул ителгән конвенцияға ярашлы, документҡа ҡул ҡуйған дәүләттәрҙә бюджет аҡсаларын маҡсатһыҙ файҙаланыу, ришүәт алыу һәм башҡа коррупция осраҡтары енәйәт эше тип баһалана. 9 декабрҙә Рәсәй конвенцияға тәүгеләрҙән булып ҡушыла. Илдә ришүәтселекте кисектереү йәһәтенән ҡануниәт камиллаштырыла, махсус ойошмалар булдырыла. Бөгөн коррупция иҡтисади үҫеште, ҡануниәтте ҡаҡшатыуға, йәмғиәттә власҡа ҡарата ышанысты кәметеүгә һәм енәйәтселек үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Был йәмғиәттә айырыуса хәүеф тыуҙыра, шуға ла прокуратура органдары коррупцияға ҡаршы процестарға өҫтөнлөклө роль бирә. Ведомствоның эше был йүнәлештә планлы һәм системалы нигеҙҙә бойомға ашырыла, был коррупция хәүефе янаған өлкәләрҙә аныҡ күҙәтеү саралары үткәрергә булышлыҡ итә. Ағымдағы йылда район прокуратураһы тарафынан ведомство-ара бәйләнешлек итеү, хоҡуҡи көйләү һөҙөмтәлелеген арттырыу, коррупцияны профилактикалау, коррупцияға бәйле әһәмиәтле хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау, юҡ итеү, коррупцияға ҡаршы хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген координациялау буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса саралар ҡабул ителде. Мәҫәлән, район прокуратураһы тарафынан 34 тапҡыр коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында законды боҙоу асыҡланды. Уларҙы бөтөрөү маҡсатында 16 протест булды, улар тикшерелде һәм ҡәнәғәтләндерелде, норматив-хоҡуҡи акттар ғәмәлдәге законға ярашлы тәртипкә килтерелде. 12 тәҡдим индерелде, уларҙы тикшереү һөҙөмтәһендә биш вазифалы кеше дисциплинар, прокурор ҡарары менән ике кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Прокурор тикшереүе нигеҙендә райондың ауыл биләмәләре башлыҡтарының береһе ер участкаһына бәйле мутлашыу ҡылғаны өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылды. Әһәмиәтле коррупция яҙыҡлығын асыҡлау, юҡ итеү маҡсатында бик күп көс һалынды, һөҙөмтәлә мәнфәғәттәр бәхәстәрен туҡтатыу, көйләү буйынса саралар күрелмәү факттары, шулай уҡ элекке хеҙмәткәрҙәрҙең хужалыҡ субъекттары эшмәкәрлегендә ҡатнашыуы билдәләнде.Мәнфәғәттәр бәхәсе факты ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы эшмәкәрлегендә билдәләнде, ул үҙ ҡарары менән ирен водитель сифатында эшкә алған. Өҫтәүенә, был хеҙмәткәр водителдең хеҙмәт хаҡын алған, ә ысынбарлыҡта вахта ысулы менән Себерҙә эшләгән. Муниципаль берәмек етәксеһе яҡын туғанын эшкә урынлаштырғанда мәнфәғәттәр бәхәсе барлыҡҡа килеү мөмкинлеген бөтөрөү буйынса саралар күрмәгән. Ошоға бәйле, район прокуратураһы тарафынан коррупцияға ҡаршы тороу тураһындағы законға ярашлы, ауыл биләмәһе вәкәләтле органына ауыл биләмәһе башлығын яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында ҡарар ҡабул итеүҙе йөкмәтеү тураһында судҡа ғариза ебәрелде. Беренсе инстанция суды тарафынан прокурор талаптары тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде. Әлеге мәлдә суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән. Ғәмәлдәге законға ярашлы, был коррупция яҙыҡлығы өсөн биләгән вазифанан бушатылыу төрөндә яуаплылыҡ сараһы ҡарала. Күҙәтеү саралары һөҙөмтәһендә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорының элекке суд приставы хеҙмәте хеҙмәткәрен эшкә йәлеп итеү факты асыҡланды. Коррупцияға ҡаршы закон талаптарын боҙоп, йәмғиәт директоры элекке суд приставы менән хеҙмәт килешеүе төҙөүө тураһында Рәсәй Федераль суд приставы хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына хәбәр итмәй. Ошоға бәйле, юридик шәхескә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 19.29 статьяһына ярашлы административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш асыу тураһында ҡарар сығарыла, һөҙөмтәлә, йәмғиәт административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, 50 мең һум күләмендә штраф һалына. Коррупцияға ҡаршы тороу - комплекслы система, бөтә дәүләт органдарының, граждандар йәмғиәте институттарының һәм граждандарҙың берҙәм эшмәкәрлеге ошоға бәйле, коррупция факттарына һөҙөмтәле һәм оператив ҡатнашыу маҡсатында, прокуратура барлыҡ мөмкин сығанаҡтарҙан мәғлүмәт ала: киң мәғлүмәт саралары һәм Интернет селтәре мониторингы, йәмәғәт берләшмәләре менән үҙ-ара бәйләнешлек алып бара, ышаныс телефоны эшләй. Өҫтәүенә, граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең мөрәжәғәттәре коррупция факттары тураһында мөһим мәғлүмәт сығанағы булды һәм булып ҡала, улар ялыуҙарҙы почта элемтәһе аша ғына түгел, республика прокуратураһы сайтында махсус бүлек аша ла ебәрә ала.