Юғарыла әйтелгән осорҙа район прокуроры тарафынан судҡа ошо категорияға ҡараған граждандарға махсуслаштырылған найм килешеүе буйынса санитар һәм техник талаптарға яуап биргән, төҙөкләндерелгән торлаҡ биналарҙы биреү буйынса бурыстарҙы район хакимиәтенә йөкмәтеү тураһында өс дәғүә ғаризаһы ебәрелде. Барлыҡ дәғүәләр буйынса прокурор талаптары суд тарафынан ҡәнәғәтләндерелде. Суд ҡарарының бер өлөшө законлы көсөнә инде. 2017 йылда етем балалар иҫәбенән алты кеше төҙөкләндерелгән торлаҡ бина менән тәьмин ителде. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ителгән балаларҙың социаль хоҡуҡтарын һәм гарантияларын һаҡлау өлкәһендә закондарҙы үтәү прокуратура органдары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Етемдәрҙең торлаҡ һәм башҡа хоҡуҡтарын боҙған осраҡта ҡыҙыҡһынған кешеләргә район прокуратураһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.