Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2022, 10:15

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Йәлембәт ауылында йәшәүсе КӨҪӘПҠОЛОВА Зәлиә Сәрүәретдин ҡыҙына

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ғүмер юлыңды яҡты өлгө итеп алырлыҡ, меңдәргә үрнәк булырлыҡ әсәйебеҙ! Һине 65 йәшең тулыу уңайынан ҡайнар тәбрикләйбеҙ! Беҙҙе ҡәҙерләп үҫтереп, тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам иткәнең, яратып-һөйөп, ҡайғыртҡаның, ғәҙеллеккә өйрәткәнең өсөн ҙур рәхмәт һиңә. Һин беҙҙең өсөн һәр саҡ оло йәнле, киң күңелле кеше, таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йылы ҡояшыбыҙ, рух шишмәбеҙ, йәшәү өлгөбөҙ. Атайыбыҙ менән 47 йыл татыу ғүмер кисереп, тормош ауырлыҡтарын еңә килдегеҙ, балаларығыҙға, туғандарға сабырлыҡ, игелек, шәфҡәтлелек үрнәге күрһәтеп йәшәйһегеҙ. Алдағы көндәреңдә лә һау-сәләмәт булып, беҙҙең шатлыҡтарға һөйөнөп йәшәргә яҙһын ине, барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәттәр һиңә! Әсәй! Һиңә ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ, атайыбыҙ менән тигеҙ ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Тыуған йортобоҙҙоң ҡапҡаһы һәр саҡ асыҡ, үҙенең йылылығы менән барыбыҙҙы ла да тартып тора. Тыуған йортҡа бер инеп сығыу ҙа ни тиклем көс һәм ҡеүәт бирә. Йортобоҙҙоң нуры оҙаҡ йылдар һүрелмәһен ине. Атайыбыҙ менән ҡәҙерләп үҫтергән балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, иҫән-һау оҙон, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Әсә йөрәгенә барыһы ла һыя,
Шатлыҡтар ҙа, ҡайғы-хәсрәт тә.
Һыя уға барлыҡ ауырлыҡтар,
Һыя уға барлыҡ шатлыҡтар.
Әсәйҙәрҙе ҡайғыртмайынса йәшәйек,
Рәнйетмәйенсә нескә күңелен.
Бер кем дә бит мәңгелеккә килмәй,
Һаҡлап йәшәйек әсә ғүмерен.
Йөрәктәрен ҡанлы йәштән һаҡлайыҡ,
Күҙҙәрендә күрмәйек моңһоулыҡ.
Ә йөҙҙәре һәр саҡ балҡып торһон,
Шиңгән гөлдәй тормаһын һулып.
Күктәр аяҙ, донъя имен булһа,
Эргәбеҙҙә булһа әсәйҙәр.
Үҫеп буйға етеп таралһаҡ та,
Уларға беҙ һаман да
Бала ғына булып ҡалабыҙ.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Ләйсән, кейәүең Рөстәм, ейәндәрең Динар, Тимур, Денис.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: