Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2022, 09:35

Ата-бабалар рухына тоғро

Һәр ауыл үҙенең көнкүреше, милли тамырҙары һәм мәҙәниәте менән үрелеп барған тулы тормошо менән йәшәй. Күндерәк йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡабыҡҡыуыш ауылы ла шундай башҡорт ауылдарының береһе. Архив мәғлүмәттәре буйынса, ҡабыҡҡыуыштар туранан-тура Тәтегәс-бей нәҫеленән. Элек-электән улар мал аҫрап, иген үҫтереп, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Хәҙер ҙә ата-бабаларының йолаларын дауам итеп, тырышып йәшәй һәм әүҙем тормош алып бара. Ҙур, күркәм өйҙәр, татыу, берҙәм ғаиләләр һәм әүҙем ауыл халҡы - бына шулай баһаларға мөмкин ҡабыҡҡыуыштарҙы.

Ата-бабалар рухына тоғро
Ата-бабалар рухына тоғро

Ауылдың ҙур байлығы - уның кешеләре. Ябайлығы, асыҡ күңелле булыуҙары, итәғәтлелеге менән Альбина һәм Илнур Кинйәбаевтарҙың ғаиләһе ауылдаштары араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған. Улар тыуған ергә тоғро ҡалып, шунда төпләнгән. Кинйәбаевтарҙың ҡыҙыл кирбестән һалынған ҙур йортон күргәс, бында тырыш кешеләр йәшәй тип әйтергә була. Ғаилә башлығы Илнур Лена менән Илдар Кинйәбаевтарҙың татыу ғаиләһендә тыуа. Атаһы механизатор, әсәһе һауынсы булып эшләй. Бала саҡтан һәр эштең рәтен белеп үҫкән Илнур, мәктәпте тамамлағас, 107-се Стәрлебаш техник- һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист белгеслегенә уҡып сыға. Артабан 1993 йылда егетте армияға алалар. Йыл ярым Карелияла хеҙмәт итә. Тыуған төйәгенә ҡайтҡас, урындағы «Маяҡ» колхозында механизатор булып эш башлай. Күрше Мәләүез районы Даниловка ауылынан Альбина һылыу менән танышып, ғаилә ҡора. Тәүҙә йәштәр Илнурҙың ата-әсәһе менән йәшәй. Донъяны шатлыҡҡа күмеп, ғәиләлә тәүҙә ҡыҙҙары Илмира, артабан игеҙәктәр Айнур менән Алина тыуа. Был ваҡытта улар үҙҙәренә өй ҙә һала башлай. 2009 йылда Кинйәбаевтар өй туйлай. Бер аҙ ваҡыттан ғаиләлә тағы ла бер улдары Айгиз тыуа. Шулай итеп көндәлек мәшәҡәттәр менән йылдар үтә. Урындағы хужалыҡ тарҡалғас, Илнур шәхси ярҙамсы хужалығында ғына шөғөлләнә.
-Хужалыҡта эш күп, шулай ҙа беҙ өйрәнгәнбеҙ, - ти Илнур. - Бөтәһен дә үҙ көсөбөҙ менән табабыҙ, бер юлы балаларға ла үрнәк күрһәтәбеҙ.
Кинйәбаевтарҙың ҙур хужалығы һоҡландыра. Аҙбарҙа ике тиҫтәнән артыҡ эре мал, шул иҫәптән ете һыйыр бар, ҡош-ҡорт та байтаҡ ҡына. Шул тиклем малды һәм ҡош-ҡортто ҡарап үҫтереү бер эш, уларҙы эшкәртергә лә кәрәк. Был йәһәттән Альбинаға күп көс һалырға тура килә. Һауылған һөттө эшкәртеп, ҡаймағын айыртыу, май бешеү, ҡорот ҡайнатыу күп ваҡытты ала. Артҡанын ваҡытында һатырға ла кәрәк. Шуға ла улар бергәләп йыш ҡына Салауат ҡалаһына баҙарға йөрөй. Йәй мал көтәләр, бесән әҙерләйҙәр. Был йәһәттән улдары ҙур ярҙамсылар. Әлбиттә, шул тиклем малға бесәнде ҡул көсө менән генә әҙерләү мөмкин түгел. Илнур сапҡысы һәм арбаһы менән МТЗ-80 тракторы һатып алған. Йәй мәлендә ауылдаштарына ла техника менән ярҙам итә. Шәмбе өмәләрендә ауылды төҙөкләндереү эштәрендә транспорт менән сүп-сар түгә.
Кинйәбаевтарҙың балалары, бигерәк тә улдары Айнур, ҙур ғорурлыҡ. Бөтә тиҫтерҙәре кеүек, Айнур ҙа бала саҡта милли көрәш секцияһына йөрөй. Спорттың ошо төрөнә уларҙы Мансур Сөйәрғолов өйрәтә. Шул саҡтан төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, үҫмер тәжрибә туплай һәм ҙур уңыштарға ирешә. Ул бер нисә тапҡыр республика чемпионы була, Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә призлы урындай яулай. Ике йыл элек Ишембай нефть колледжын тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайта. Әлеге мәлдә Айнур Илнур улы шул колледжда физкультуранан уҡыта, көрәш секцияһын алып бара. Илмира менән Алина икеһе лә тормошта, малайҙар үҫтерәләр. Бәләкәй Айгизгә 12 йәш. Ул ауылда мәктәптә уҡый. Уҡыуҙан буш ваҡытта ҡурайҙа уйнай. «Юрматы» ҡурайсылар ансамбле составында төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша.
Ата-бабалар ерендә ғорур баҫып тороу хис-тойғоһон бер нимә менән дә алмаштырып булмай. Кинйәбаевтар ҙа тыуған ерендә үҙҙәрен бәхетле һанай. Уларҙың өйөндә шәжәрә һаҡлана. Ағалары, танылған драматург Рәлиф Кинйәбаев төҙөгән шәжәрә буйынса, уларҙың тамырҙары - юрматы ырыуы юлбашсыһы Тәтегәс-бей нәҫеленә барып тоташа.
Кинйәбаевтар үҙ көсө һәм көндәлек хеҙмәте менән ғаиләһен һәм үҙҙәренең киләсәген тәьмин итә. Тап шундай ғаиләләр булғанда ауыл бар һәм йәшәйәсәк.

Р.ЙӘҒӘФӘРОВ фотолары.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: