Музей комплексы мәмерйәнең үҙенсәлекле палеолитик һүрәттәрен һаҡлап ҡалыуға, туристарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк. Ул Франциялағы Ласко, Шове, Руфиньяк, Арси-сюр-Кюр, Испаниялағы Альтамира кеүек ошондай мәмерйәләр эргәһендәге комплекстарға оҡшатып төҙөлә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Бөрйән районына эш сәфәре барышында биләмәләге төҙөлөш менән танышты. Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, әлеге музей ҡайһы бер төп күрһәткестәре йәһәтенән башҡаларҙан байтаҡҡа өҫтөн булмаҡсы. “Был ябай музей ғына түгел, ә ҙур ғилми-тикшеренеү, белем биреү һәм этномәҙәни үҙәкте тәшкил итәсәк”, – тине ул.
Проект буйынса музей өс ҡаттан торасаҡ, дөйөм майҙаны – дүрт мең квадрат метрҙан ашыу. Шүлгәнташ мәмерйәһенең дүрт залындағы һүрәттәрҙең факсимилеһы бында теүәл сағылдырыласаҡ. Ғилми-тикшеренеү эше өсөн лаборатор комплекс, фонд һаҡлағыс, археологик экспонаттар музейы, ике конференц-зал булдырыла.
“Урал батыр ере”н үҫтереү буйынса проект төркөмө етәксеһе Рөстәм Әлибаев Морат туғайы биләмәһендә туҡталҡалар, ял үҙәге, сауҙа павильондары, дөйөм туҡланыу урындары, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, ҡунаҡханалар асыу тураһында һөйләне. Шулай уҡ кемпинг өсөн өҫтәмә урындар, душ һәм кейем алмаштырыу, әсә һәм бала бүлмәләре булдырыу, солоҡсолоҡ музейы төҙөү күҙаллана. Планда Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү ҙә бар.
Данир Ғәйнуллин республика Башлығына “Шүлгәнташ” музей комплексы тирәләй туристик биләмәне үҫтереүҙең генераль планына 6,5 миллион һум аҡса бүлеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров тейешле күрһәтмә бирҙе.
“Комплекс киләһе йыл халыҡты ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер буласаҡ. Республикала ҡайһы бер объекттар төҙөлөшөн туҡтатып торорға ҡарар иткәйнем. Шуға ҡарамаҫтан, тарихи-мәҙәни комплексты һалыу буйынса эш әүәлге күләмдә графикҡа ярашлы башҡарыла. Бында әлегә эш бик күп, биләмәне төҙөкләндерергә, ҡунаҡханалар төҙөргә кәрәк. Төбәктең тәбиғи матурлығын да, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғолар мираҫын да һаҡлап ҡалыу мөһим. Социаль мәсьәләләр - яңы эш урындары, урындағы бюджетҡа һалым, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә”, – тине Радий Хәбиров.