Бөтә яңылыҡтар

95 йәшендә лә гөрләтеп донъя көтә

Беҙҙә, Әбйәлил яҡтарында, атайҙың бер туған ағаһының ҡатынын инәй тиҙәр. Бөгөнгө геройым - минең тыуып үҫкән Ишбулды (икенсе исеме – Ахай) ауылында ғүмер иткән 95 йәшлек Нәзифә инәй. Ҡайһы бер кеше, фотоаппарат күрһә, ҡаса һала, ә минең инәй, әртистәр һымаҡ, объективтан ҡурҡмай, киреһенсә, шулай төшөр, былай ит тип өйрәтеп тора.

Мин бала саҡтан яратып фотоға төшөргәнде белгәнгәлер, кинәнеп төшә. Урыҫтар әйтмешләй, ул – минең ысын мәғәнәһендә “фотомодель”. Ауылға ҡайтҡан мәлдә “Инәй Мостай Кәрим үлгән, һине уның турала сыҡҡан мәҡәлә менән фотоға төшөрәм“, – тигәс, “Ә-ә-ә, беҙҙең яҙыусымы? Беләм, ауыр тупрағы еңел булһын”, – тип башын эйҙы, ысын күңелдән ҡайғырҙы. Фотоға төшөргәндә лә хис-тойғоларын йәшермәне, гәзиттәге Мостай ағайҙың һүрәтен әллә нисә тапҡыр һыйпап алды. Иң матур, яратҡан күлдәген кейеп, матур яулығын ябынып, минең килгәнде түҙемһеҙлек менән көтөп ултыра ине. Минеңсә, ваҡиғаның образын бирә алдым тип уйлайым.
Һуғыштан күп яралар алып ҡайтҡан Нуретдин апам менән бик татыу донъя көтөп, ауырлыҡтарҙы бергә еңеп, татыу йәшәнеләр. Апам күптән беҙҙең аранан китте. Ә 96 йәшен ҡыуалаған инәй әле лә биш намаҙын ҡалдырмай, үҙенә ашарына әҙерләй, иҙәнен йыуа, кәрәк икән, урамын да тырмалап, таҙартып ҡуя, малын да ҡарап өлгөрә. Ә баҡсаһында – әкиәт донъяһы, бер сүп тотмай, мул уңыш ала. Һуғыштан ҡалған “Зингер” теген машинаһында үҙенә лә, ейән-ейәнсәрҙәренә лә күлдәк тегә. Дарыу ашағаны, ҡаршыһында медпункт булһа ла, унда ингәнен хәтерләүе ауыр.
Ғәжәйеп шәп, егәрле кеше минең Нәзифә инәйем. Барлыҡ ауыл халҡы уға һоҡлана, унан үрнәк ала. Уға ҡоростай һаулығын ҡаҡшатмауын теләйек.
Насих Халисов
Читайте нас: