Бөтә яңылыҡтар

Ололарҙы ололау - яҡшылыҡтың билдәһе

27 ғинуарҙа Рәсәйҙең Хәрби дан көнө – Ленинград ҡалаһын фашист илбаҫарҙарынан азат итеү көнө билдәләнә. Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуҙа ҡатнашыусы Мәғрифә инәй Таңатароваға быйыл, июль айында, 99 йәш туласаҡ.

Ул әлеге көндә Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылында ҡыҙы менән йәшәй. 1941 йылда, 20 йәшендә генә, Мәғрифә Йәриәхмәт ҡыҙын һәм Мораптал ауыл советынан тағы ла һау-сәләмәт, көслө рухлы 9 егет-ҡыҙҙы блокадалы Ленинградҡа ебәрәләр. Улар унда торф сығарыу, ағас эшкәртеү эшендә бил бөгәләр, ҙур ауырлыҡтар, аслыҡ- яланғаслыҡ кисерәләр. Бик күп тапҡырҙар дошман бомбаһы аҫтында ла ҡалырға тура килә уларға. Мәғрифә инәй 1945 йылда ғына тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта.
Розалия Назарова.
Читайте нас: