Бөтә яңылыҡтар

Битараф түгел, иғтибарлы, хәстәрлекле

Һәр ауылда, һүҙҙең тура мәғәнәһендә һәр эшкә, һәр нимәгә ыңғай ҡарашлы кеше йәшәй. Улар кемдеңдер бәләһенә битараф түгел, һәр саҡ тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға, шатлыҡтарҙы бергә уртаҡлаша.

Беҙҙә шундайҙар иҫәбенә Күндерәк ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Нурия Исмәғилеваны индерергә мөмкин. Ул башҡаларға ҡарағанда өлкәндәр менән аралашыу, уларға ҡарата иғтибар, хәстәрлектең ни тиклем мөһим булыуын һәйбәт аңлай. Һәм уларҙың көнөн, буш ваҡытын йәмләргә тырыша. Ветерандарға күп кәрәкмәй. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - иғтибар һәм аралашыу. Тап Нурия Ғәбделхәй ҡыҙынан беҙ тыуған көнөбөҙгә, юбилейҙарға, байрамдарға (8 март, 23 февраль, Өлкән йәштәгеләр көнө һ.б.) ҡотлау открыткалары алабыҙ, был бик күңелле һәм рәхәт. Ә тағы ла ул даими рәүештә өйөбөҙгә килеп, хәлебеҙҙе белә. Сәй эскәндә мотлаҡ һаулығыбыҙҙы һораша, нисек йәшәүебеҙ, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, проблемаларыбыҙ тураһында, ярҙам кәрәкме-юҡмы тип ҡыҙыҡһына. Әгәр килә алмаһа, шылтырата. Һәр осраҡта беҙгә иғтибарлы.

Ауыл мәҙәниәт йортона сараға йыйынһаҡ йәки район дауаханаһына барырға кәрәк булһа, барырға транспорт та таба. Магазиндан аҙыҡ-түлек, аптеканан - дарыу килтерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул - беҙҙең беренсе ярҙамсыбыҙ, кәңәшсебеҙ, ашығыс ярҙам һ.б.

Форсаттан файҙаланып, «Нур» йәмғиәте етәксеһе Радик Яуышевҡа ла рәхмәт әйтке килә, ул ветерандарға иген фуражы, һалам, бесән бирә. Өлкән йәштәгеләр көнөндә лә беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

Шундай битараф булмаған, иғтибарлы кешеләр ярҙамында, беҙҙең ғүмер көҙөбөҙ, тәбиғәттәге кеүек үк, алтын. Уларға бының өсөн ҙур рәхмәт!

Тәнзилә ХӨСӘЙЕНОВА, Асия РӘХИМОВА, Нурия ӘЛИМБАЕВА, Нурания МӨХӘМӘТОВА,

Әлфира ӘХМӘТОВА, Мәҙинә ҒАЙСИНА.

Күндерәк ауыл биләмәһе.
Читайте нас: