Бөтә яңылыҡтар

Һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә 65 мең һум түләнәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2000 йылда Аргун тарлауығында геройҙарса һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә дәүләт түләүҙәрен тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Яңы документҡа ярашлы, яҡындарын юғалтыусылар ай һайын 65 619 һум аҡса аласаҡ. Был бойороҡ 76-сы һауа-десант дивизияһының 6-сы парашют-десант ротаһы хәрбиҙәренең туғандарына ғына ҡағыла.

2000 йылдың 29 февраленән 1 мартына ҡарай подполковник Марк Евтюхин етәкселегендәге десантсылар Аргун тарлауығында чечен боевиктары менән алыша. 16 сәғәт ут аҫтында булып, 90 хәрбинән 83 кеше һәләк була.

Фото: milcult.ru

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/l-k-bul-an-h-rbi-r-e--ail-l-ren--65-me--um-t-l-n-s-k-161966/

Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: