Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Март 2021, 09:45

Стәрлетамаҡтың 1 һанлы дауаханаһына навигацион стереотаксик ҡоролма ҡайтартылды

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарына ҡаршы көрәш» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1 һанлы клиник дауаханаһы нигеҙендәге төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенә йыһаздары менән навигацион стереотаксик ҡоролма ҡайтартылды. Ул федераль бюджет иҫәбенә 27 млн һумға алынды.

Ҡоролма нейрохирургияла, спиналь хирургияла, травматологияла, ЛОР-хирургияла, теҙ һәм оса быуындарын протезлауҙа бөтә операцияларҙы үткәреү өсөн универсаль платформа булып тора. Был хирургҡа ҡатмарлы нейрохирургик операциялар эшләргә мөмкинлек биреүсе берҙән-бер программа-инструменталь комплекс.
Стереотаксик хирургия башлыса баш мейеһе нейрохирургияһында, хирургик инструментты пациенттың һаулығы һәм ғүмере өсөн критик туҡымаларҙы зарарламай билдәләнгән урынға еткереү өсөн ҡулланыла.
#МиллиПроекттар
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/
Читайте нас: