Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Март 2021, 09:45

«Мәғариф» милли проекты: Башҡортостанда IT-кубта яҙғы каникулдар башланды

2021 йылдың 29 мартында Башҡортостанда IT-кубта файҙалы яҙғы каникулдар башланды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында «Мәғариф» милли проектының «Һанлы мәғариф мөхите» федераль проекты сиктәрендә балаларға һанлы белем биреү өсөн тәүге «IT-куб» үҙәге асылғайны. Ул мәғлүмәт технологиялары тармағында белемдәрҙе һәм компетенцияларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. «IT-куб» - 8-17 йәшлек балалар өсөн түләүһеҙ һанлы белем биреү үҙәге.
Яҙғы каникулдар сиктәрендә республиканың 800-ҙән ашыу уҡыусыһы оҫталыҡ дәрестәренә йөрөп, it тармаҡта бик күп нимәгә өйрәнә ала. «IT-куб»тың төп алты йүнәлеше: Python телендә программалау нигеҙҙәре; системалы администрациялау; Java программалау нигеҙҙәре; һанлы гигиена һәм күләмле мәғлүмәт менән эшләү; VR/AR-ҡушымталары эшләү; мобиль эшләнмәләр.
#МиллиПроекттар
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://education.bashkortostan.ru/
Читайте нас: