Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Март 2021, 09:55

«Мәғариф» милли проекты: Башҡортостанда «Ҙур саҡырыуҙар» конкурсының төбәк трегының финалы үтте

2021 йылдың 26 мартында Өфөлә 2019 йылда «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» федераль проекты сиктәрендә булдырылған «Аврора» Таланттарҙы үҫтереү үҙәге нигеҙендә «Ҙур саҡырыуҙар» конкурсының төбәк трегының финалы үтте.

Уның маҡсаты – Башҡортостан балаларының һәм йәштәренең таланттарын асыҡлау һәм уларҙы үҫтереү.
Конкурста Башҡортостан Республикаһының ҡала округтарынан һәм райондарынан 7-11 синыф уҡыусылары араһынан 80 бала ҡатнашты. Уҡыусылар идеяларын һәм эшләнмәләрен проекттар итеп эшләп, уларҙы яҡланы.
Төбәк трегы финалының һөҙөмтәләре «Аврора» Таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең сайтында баҫтырылған. Төбәк трегының еңеүселәре конкурстың 2021 йылдың 17 апрелендә башланасаҡ һәм бер нисә һынауҙан торасаҡ төп этабында ҡатнашасаҡ.
#Национальныепроекты
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://education.bashkortostan.ru/
Читайте нас: