Шулай, «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектының «Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү» төбәк проекты буйынса 2020 йылда ауыл хужалығында эшләүсе кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 2147 яңы пайсы йәлеп ителгән. Бөтәһе Башҡортостанда йыл аҙағына 356 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы иҫәпләнгән, уларҙың пайсылары алты меңдән ашыу.
Компетенциялар үҙәге кооперативтарға һәм фермерлыҡ хужалыҡтарына, шул иҫәптән әҙер продукцияны сауҙа нөктәләренә һәм селтәрҙәргә ташыу, этикеткаларҙа урынлаштырыу өсөн тауар продукцияһы ассортименты буйынса штрих-кодтар әҙерләү буйынса әүҙем ярҙам күрһәтә. Республиканың сауҙа селтәрҙәрендә һәм баҙарҙарҙа 81 кооперативтың әҙер продукцияһы урын алған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Компетенциялар үҙәге консультация эшен дә алып бара. Килешеүҙәр төҙөү, отчеттар эшләү буйынса «Агростартап» программаһында 68 еңеүсене оҙатып баралар.