Дәрестәр ҡыҙығыраҡ була башланы, һанлы һәм гуманитар компетенциялар булдырыу кабинетында интерактив комплекс барлыҡҡа килде, юғары тиҙлекле интернет кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ табыу һәм һанлы белем биреү ресурстарын бөтә класҡа шунда уҡ күрһәтеү мөмкинлеген булдырҙы, ә Wi-fi ноутбуктарҙа эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Хәҙер бөтә асыҡ дәрестәр ҙә заман технологиялары ҡулланып үткәрелә, тип хәбәр итә Тәтешле район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Быйылғы уҡыу йылында балалар менән эште “Журналистика”, “Тыуған яҡты өйрәнеү”, “Театр”, “3Д моделләү һәм виртуаль ысынбарлыҡ”, “Фотоға һәм видеоға төшөрөү”, “Йәш натуралист”, “Ҡыҙыҡһыныусандар өсөн химия”, “Йәш механик”, “Мультстудия”, “Проектлау оҫтаханаһы”, “Мауыҡтырғыс инглиз теле”, “Шахмат” йүнәлештәрендә алып барабыҙ. Байрам даталарына һәм мәктәп тормошона арналған 5 яңылыҡтар сығарылышы әҙерләнек”, – ти “Үҫеш нөктәһе” үҙәге етәксеһе Раушания Абзатова.