Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, компания экспорт сертификатлауы буйынса барлыҡ процедураларҙы үткән һәм “Цербер” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы экспортсылары реестрына ингән. Бал партияһы “Үҙәк фәнни-методик ветеринария лабораторияһы” федераль дәүләт бюджет ойошмаһының Алтай филиалында лаборатория тикшереүҙәрен үткән һәм импортҡа алған ил талаптарына тура килә. Әйткәндәй, республика малдарҙың инфекция һәм инвазия сирҙәре йәһәтенән имен тип билдәләнә. Тауарға 5G формаһындағы экспортҡа сығарыу өсөн ветеринария сертификаты бирелгән.