Офис Күмертауҙың һәм яҡын-тирә райондарҙың кесе һәм урта бизнес субъекттарына «берҙәм тәҙрә» форматында йөҙгә яҡын хеҙмәттәрҙе алырға мөмкинлек бирәсәк. Был һалым һалыу һәм бухгалтер иҫәбе, юридик мәсьәләләр буйынса консультациялар, персонал һайлау, маркетинг, эште үҫтереүҙә ярҙам.