Стэрлебаш шишмэлере
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Декабрь 2020, 11:20
Республикала смс-сервис эшләүен дауам итә
Республикабыҙҙа граждандарҙы Covid-19-ға тикшереү һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт биреү буйынса смс-сервис эшләүен дауам итә.
Ул Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында мөмкин булды. Был сервис ярҙамында тикшереү һөҙөмтәләрен алыу ваҡыты ҡыҫҡарҙы, пациенттарға хәҙер мәғлүмәт алыу өсөн медицина ойошмаларына шылтыратырға кәрәкмәй.
Бөгөнгө көндә республика халҡы үҙҙәренең ПЦР-тесты һөҙөмтәләре менән 150 меңдән ашыу смс-хәбәр алған. Һөҙөмтә уңай булғанда хәбәрҙә артабанғы ғәмәлдәр тураһында инструкцияға һылтанма ла күрһәтелә.
Һөҙөмтәне смс буйынса алыу өсөн мазок тапшырғанда мотлаҡ пациенттың мобиль телефоны һандары яҙып алына һәм Республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһына йүнәлтмә рәсмиләштерелә.
#нацпроекты
Яңылыҡ һәм фото сығанағы:
https://health.bashkortostan.ru/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин