#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. – Быйыл беҙ алдыбыҙға йыл аҙағына тиклем милли проектҡа кәмендә 100 предприятиены йәлеп итеү бурысын ҡуйғайныҡ. Билдәләнгән күрһәткес йылына 77 ине. “БелЗАН” акционер ойошмаһы милли проекттың 100-се ҡатнашыусыһы булды. Беҙ был һанға еттек һәм йыл аҙағына тиклем тағы ла бер нисә предприятие менән килешеү төҙөргә ниәтләйбеҙ, – тине ул. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты 2018 йылда РФ Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған һәм 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырырға саҡыра. Проектта ҡатнашыу өсөн производительность.рф сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк. Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды. https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/Milli-proekt-a-100-oyoshma-inde-590098/