Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Әле төҙөлөш графикка ярашлы бара. Объект 60 процентҡа әҙер тиергә мөмкин. Уны 2021 йылдың дүртенсе кварталында сафҡа индереү күҙаллана. Яңы күпер төҙөүгә бәйле транспорт хәрәкәтен ҡулайлаштырыу өсөн Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл айырсаһы реконструкцияланасаҡ. Ошо көндәрҙә юлсылар эшкә тотонмаҡсы. Объект реконструкцияһын 2022 йылда тамамлау планлаштырыла. Әйткәндәй, 14 декабрҙән Салауат Юлаев проспектында “Өфө-Аэропорт” юлының тәүге һыҙатында, шулай уҡ ҡалаға ингән яҡта юл айырсаһы менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендә автотранспорт хәрәкәте туҡтатыла. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: ufacity.info "Башҡортостан" гәзите Автор: Лилия Давлетбакова