....Хәйбулла районында "Демография" милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылған "Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше" маҡсатлы федераль программаһы буйынса өс ғаиләгә торлаҡ сертификаты тапшырылды. Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә. Илдә демографик хәлде иҫәпкә алып, уға тәү сиратта күп бала тәрбиәләүселәр хоҡуҡлы. Сертификатҡа эйә булыусылар Аҡъярҙан Лилиә Сәлишева, Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Илмир Хунафин, Бүребайҙан Альбина Нәзировалар мәғариф өлкәһендә күп йылдар хеҙмәт иткән тәжрибәле педагогтар. Программа сиктәрендә бирелгән ярҙам ғаиләләргә торлаҡ төҙөүгә, йәиһә һатып алыуға социаль түләмгә эйә булырға мөмкинлек бирә. Был ғаиләләр иһә уны йорт төҙөүгә файҙаланасаҡ. Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов өс ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырып: "Яңы йыл алдынан торлаҡ сертификаты алыу һеҙҙең өсөн ҡыуаныслы ваҡиғалыр. Иң мөһиме, уны тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыуығыҙҙы теләйем. Төҙөләсәк йортоғоҙҙан ырыҫ, ҡот китмәһен, шат балалар тауышына күмелһен", - тине. Билдәле булыуынса, "Демография" милли проектының төп маҡсаты ғаиләләрҙең тормош шарттарын яҡшыртып, тыуымды арттырыуға ҡайтып ҡала. Фото: "Хайбуллинский вестник" гәзите сайтынан. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан "Башҡортостан" гәзите Автор: Карима Усманова