Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Декабрь 2020, 14:43

Туймазыларға – ноутбук

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ...

.....май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Туймазы районындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн 23 ноутбук һатып алынды. Ноутбук шулай уҡ Әгертамаҡ ауылындағы ФАП-ҡа ла тапшырылды. Туймазы медицина колледжын тамамлаған ФАП белгестәре берҙәм мәғлүмәттәр базаһында электрон документтар әйләнешен тәьмин итеү өсөн “Промед” программаһында эшләү буйынса инструктаж үтте. “Туймазы районы ауылдары халҡын хеҙмәтләндергән фельдшер-акушерлыҡ пункттарындағы эш урындарының персональ компьютерҙар менән йыһазландырылыуы бик яҡшы. Был проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ФАП фельдшерҙары хәҙер электрон медицина документтары әйләнешен тәьмин итеү, район һәм ҡала дауаханаларындағы белгестәргә консультацияға йүнәлтмәләр тултырыу, республика автоматлаштырылған медицина мәғлүмәттәре системаһында үҙәк район дауаханаһы менән телемедицина консультациялары үткәреү мөмкинлегенә эйә”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: srk.nationalpriority.ru "Башҡортостан" гәзите. Автор: Лилия Давлетбакова.
"Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас: