Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ноябрь 2020, 14:30

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ирекмәндәр өсөн маҡтаулы бүләк булдырҙы

«Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлелек» федераль проекты сиктәрендә 27 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәр өсөн маҡтаулы бүләк булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Республика территорияһында ирекмәнлекте үҫтереү өсөн уларҙы «Башҡортостан Республикаһы ирекмәне» маҡтаулы билдәһе менән бүләкләйәсәктәр.
Башҡортостан Хөкүмәте Маҡтаулы билдәне һәм уға таныҡлыҡ бланкыларын эшләү өсөн финанслау сығанағын билдәләйәсәк. Бүләктәрҙе эшләүҙе республика Башлығының Эштәр идараһы тәьмин итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ирекмәндәр республика Башлығы менән 2020 йылдың 20 майында онлайн-форматта осрашҡайны. Был көндө төбәк етәксеһе шулай уҡ ирекмәндәрҙең һаулыҡтарын һәм ғүмерҙәрен страховкалау тураһында ҡарар ҡабул итте, Өфөлә Табиптар аллеяһын булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны һәм ирекмәндәрҙең ҙур форумын үткәреү идеяһын хупланы.
#национальныепроекты
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: http://mmpsrb.ru
Читайте нас: