Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ноябрь 2020, 11:45

«Рәсәйҙә эшләнгән» Халыҡ-ара экспорт форумы онлайн режимда үтәсәк

Мәскәүҙә 9 декабрҙә «Рәсәйҙә эшләнгән» Халыҡ-ара экспорт форумы үтәсәк. Уны «Рәсәй экспорт үҙәге» ойоштора. 2020 йылда форумдың төп темаһы: «Яңы ун йыллыҡтың саҡырыуҙары». Ултырыштың тура трансляцияһы форумдың forum.exportcenter.ru рәсми сайтында барасаҡ.

Форум 2012 йылдан бирле үткәрелә һәм ул «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә экспорт мәсьәләләре буйынса фекер алышыу өсөн төп майҙансыҡ статусын алды.
Быйыл форум онлайн-режимда үтәсәк. Төп спикерҙар, шул иҫәптән Стратегик инициативалар агентлыгының «Ҡайнар нөктәһенән», Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит ил үҙәктәренән спикерҙар ВКС буйынса тоташа. Форумдың эшлекле өлөшөндә алты тематик түңәрәк өҫтәл, пленар сессия, илдең иң яҡшы экспортерҙарын – халыҡ-ара кооперация һәм экспорт тармағында «Йыл экспортеры» Бөтә Рәсәй премияһының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы буласаҡ.
Форум сиктәрендә РФ Хөкүмәте ағзалары, Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттар менән экспортерҙарҙың көнүҙәк проблемалары буйынса фекер алышыу буласаҡ. Ҡатнашыусыларға экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн яңы бизнес-ҡарарҙар, шулай уҡ «Берҙәм тәҙрә» мәғлүмәт системаһы тәҡдим ителәсәк. Форум майҙансығында экспорт эшмәкәрлеген ойоштороу, сит илдә потенциаль һатып алыусыларҙы эҙләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
#МиллиПроекттар
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://foreign.bashkortostan.ru/
Читайте нас: