Стэрлебаш шишмэлере
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Ноябрь 2020, 12:19
Бушлай уҡый аласаҡтар
Һүҙ Башҡортостандағы эшен юғалтҡандар хаҡында бара. Хәҙер эшһеҙҙәр, республикала ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә, бушлай уҡытыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быға тиклем мәктәп йәшенә тиклемге балаларҙың әсәләре, 50 йәштән олораҡтар ғына ошондай хоҡуҡҡа эйә ине. Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, хәҙер бындай мөмкинлектән эшен юғалтҡан һәр кем файҙалана ала.
“Мәшғүллеккә ярҙам итеү” федераль проекты 2021 йылда “Демография” милли проекты сиктәрендә эшләй башлаясаҡ. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, эшһеҙ ҡалыу осрағы янағандар ҙа ошондай хоҡуҡтан файҙалана ала. Әммә был осраҡта эш биреүсенең тәҡдименә иғтибар күберәк бүленәсәк. Был мәғариф программаларын тамамлаусыларҙың эште еңел табыуы өсөн кәрәк. Башҡортостанда эшһеҙҙәр уҡыған ваҡытта пособие аласаҡ. Бнан тыш, мәшғүллек үҙәктәрен үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге – Көньяҡ-көнсығыш халыҡ мәшғүллеге үҙәге эшләй башлаған да инде.
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Bushlay-u-iy-alasa-tar-552955/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин