Милли проекттар
13 Января 2020, 06:15

“Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә республикала байтаҡ эштәр башҡарылған

Башҡортостандың 54 районында “Үҫеш нөктәләре” тип аталған 133 үҙәк эшләй башлаған. Улар “Технология”, “Математика һәм информатика”, “Физик культура һәм тормош эшмәкәрлеге именлеге нигеҙҙәре” кеүек мөһим тармаҡтарҙа уҡыусыларға заманса белем биреүгә һәм күнекмәләр формалаштырыуға йүнәлтелгән.

46 муниципалитетта 43 спорт залына һәм биш асыҡ ҡоролмаға спорт инвентарь һатып алыуға һәм уларҙы йыһазландырыуға 40 миллиондан ашыу аҡса тотолған. 63 муниципалитетта “Һанлы белем биреү мөхите” проекты бойомға ашырылған. 22 белем биреү учреждениеһы үҙенсәлекле балалар өсөн махсус йыһаздар алған. Коррекцион учреждениеларҙы матди- техник йыһазлауға 50 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Республиканың алты колледжында 30 заманса оҫтахана асылған.
Шулай уҡ үҙенсәлекле балалар өсөн булдырылған “Сириус” федераль үҙәккә оҡшатып төҙөлгән “Аврора” һәләтле балалар республика үҙәген ремонтлау һәм йыһазлау эштәре теүәлләнгән. Башҡортостан үҙәген төҙөүгә 211,1 миллион һум күләмендә федераль грант бүленгән һәм үҙләштерелгән, ә дөйөм сумма 280 миллион һумдан ашып киткән.
Дөйөм алғанда, БР-ла “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыуға 2019 йылда федераль бюджеттан 1,23 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән.
# Национальныепроекты
Читайте нас