Милли проекттар
13 Января 2020, 06:40

Башҡортостан хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса милли проекттың контроль һандарын үтәне

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектында ҡатнашыусы предприятиелар һаны иллегә етте, күптән түгел улар иҫәбенә тағы ла ике предприятие инде. Шулай итеп, республика 2019 йылда был милли проект буйынса контроль һандарҙы үтәне. Был турала төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығы хәбәр итә.

Милли проектта ҡатнашыусылар производство процестарын оптималләштереү һәм “һаҡсыл производство” буйынса проекттар индереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырғанда хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә эксперттарҙың түләүһеҙ ярҙамына өмөт итә ала. Шулай уҡ улар өсөн бер процент менән ташламалы кредит биреү ҡаралған. Өҫтәмә ярҙам инструменты – “Экспорт акселераторы” программаһы.
Милли проектта ҡатнашыусы предприятиелар һаны 2019 йылдағы илленән 2024 йылға 196-ға, ә иҡтисадтың сеймал булмаған өлкәһендә урта һәм эре предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлегенең үҫеше 102,3 проценттан 2024 йылға 106,3 процентҡа тиклем артыр, тип көтөлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектына Рәсәй президенты Владимир Путин башланғыс биргәйне.
#Национальныепроекты
Яңылыҡ сығанағы: https://on.rbsmi.ru/

Читайте нас