Туҡан мәҙәниәт йортонда һигеҙ ижади коллектив эшләй. Уларҙа ете йәштән алып 85 йәшкә тиклем 100-ҙән артыҡ кеше шөғөлләнә. Әммә быға тиклем бинаның торошо бик насар була, бигерәк тә ҡышын клубта һыуыҡ булғанлыҡтан, тамашалар, саралар үткәреү мөмкинлеге сикләнә.
Капиталь ремонттан һуң ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡайтанан асылыуы – Туҡан халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә Яңы йыл бүләге булды.
“Көҙгөһөн эш барышын тикшереү һәм халыҡ менән осрашыу йәһәтенән Туҡан ауылына барған саҡта, мин туҡандарға Яңы йылға күркәм, йылы мәҙәниәт усағы вәғәҙәләгәйнем. Вәғәҙә – иман. Бөгөн клуб тулыһынса төҙөкләндерелде: бинаның фасады, тәҙрәләре, ишектәре, йылытыу һәм электр менән тәьмин итеү системаһы яңыртылды; иҙәне алыштырылып, стеналар тигеҙләнде һәм буялды. Тамаша залына уңайлы яңы ултырғыстар ҡуйылды”, - тип хәбәр итә үҙ сәхифәһендә муниципаль район башлығы Владислав Миронов.
(Белорет районының “Урал” гәзите мәғлүмәтенә таянып әҙерләнде).
Фото: В. Мироновтың шәхси сәхифәһенән.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Milli-proekt-tu-andar-i-ya-i-m--ni-usa-li-itk-n-61422/