Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Ғинуар 2020, 11:00

Милли проект: “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” яҡшы һөҙөмтә бирә

Рәсәй Президентының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.
Учалы районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында уҙғарылған кәңәшмәләргә йомғаҡ яһалды. 2019 йылда 28 кәңәшмә уҙғарылып, 58 инвестиция проекты ҡаралған.
Төп һорауҙар финанс, милек ярҙамы күрһәтеү, инженер селтәрҙәре төҙөү, ер участкалары бүлеүгә арналған.
Ҡаралған проекттар буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 1785 миллион һум тәшкил итәсәк, шулай уҡ 383 яңы эш урыны булдырыласаҡ тип күҙаллана.
Бөгөнгө көнгә проекттар нигеҙендә Учалы районы иҡтисадына һалынған финанс күләме 584,379 һум тәшкил иткән, 143 яңы эш урыны булдырылған.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәләре һөҙөмтәләре буйынса ҡабул ителгән 128 ҡарарҙың 91-е ғәмәлгә ингән, ҡалғандары хәл ителеү стадияһында.
Фото Учалы хакимиәте сайтынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Milli-proekt--Esh-iuarli-s--te-ya-shi---mt-bir-60161/
Читайте нас: