Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Ғинуар 2020, 11:00

Милли проект: “Ирәндек” яңыса балҡыны

“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, “Кино фонды” 500-гә яҡын халҡы булған урындарҙа кинозалдар булдырыуға ярҙам итеү буйынса конкурс үткәрҙе. Унда, алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандан ун еңеүсе булды.

Яңы йыл байрамы алдынан Баймаҡ районы халҡы өсөн йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиға булды: ҡалалағы элекке “Ирәндек” кинотеатры яңынан асылды. Ул федераль программаға ярашлы алынған грант ярҙамында өр-яңынан төҙөкләндерелеп, заман талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртелде.

Тамаша залына 100 йомшаҡ кресло урынлаштырылған, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн айырым урын булдырылған. Артҡы рәттәргә билет эләккән тамашасылар өсөн дә борсолорға урын юҡ: креслолар күтәрмәләргә ултыртылған. Тамаша залын уратып 12 тауыш көсәйткес ҡуйылған, тимәк, кинотетарҙың тауыш акустикаһы юғары кимәлдә. Хәҙер баймаҡтарға кино ҡарау өсөн Сибайға йәки башҡа ҡалаларға барырға кәрәкмәй. Улар үҙҙәрендә рәхәтләнеп яратҡан фильмдарын, яңы сыҡҡан премьераларҙы күрә аласаҡ. Әйткәндәй, Яңы йыл каникулдарында яңы асылған “Ирәндек”тә балалар һәм ололар өсөн кинолар теҙмәһе ҡуйылған да инде.

Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр", "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекттарынан тора.

Фото: Лилиә Таҡаева.

https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Milli-proekt--Ir-ndek-ya-isa-bal-ini-58004/

Читайте нас в