Ватан автомобиленә 37 йәшлек Көйөргәҙе районы кешеһе идара итһә, йөк машинаһында 27 йәшлек Свердловск өлкәһе кешеһе китеп барған була. Машиналар бер-береһенә тейеп үтә һәм “Ларгус” ҡаршы һыҙаттан килгән “Форд Фиеста”ға барып бәрелә лә юлдан оса.
Авария һөҙөмтәһендә “Ларгус”тың водителе һәм уның 47 һәм 24 йәшлек пассажирҙары төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә. Шулай уҡ аварияла “Форд Фиеста”ның 29 йәшлек пассажиры ла зыян күрә.
Шуныһы, “Ларгус”та китеп барған ҡатындар был машинаға юлда юлдаштар табып биреүсе билдәле онлайн-сервис аша ултырып киткән булған. Водителдең тәжрибәһен, кемлеген белмәй тороп, осраҡлы кешегә ултырып китеүҙең ҙур хәүеф икәнлеген уйламанылармы икән?
Илдә һәм республикала тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты, республика властарының юлдарҙа кешеләр ҡорбандары кәмеһен өсөн башҡарған эштәре бик күп. Был маҡсатта бик күп аҡса бүленә, ремонттар эшләнә, аңлатыу эштәре алып барыла. Эйе, һуңғы йылда Башҡортостанда юл аварияларында һәләк булғандар һаны кәмене, тик барыбер төп яуаплылыҡ үҙебеҙҙең ҡулда. Шуны онотмайыҡ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Tel--kemg-ultirip-y-r-58047/