Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Ғинуар 2020, 11:00

Ғүмер оҙайлығы артасаҡ, әммә...

Росстаттың күҙаллауҙары буйынса, ғүмер оҙайлығы артабан да артасаҡ, тик был күрһәткес кенә милли идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн етерлек түгел. Владимир Путиндың май указында билдәләнгән оптимистик маҡсат билдәле - ғүмер оҙайлығын 80 йәшкә еткереү.

Яңы йыл алдынан Росстат 2035 йылға тиклемге өр-яңы демографик күҙаллауҙарын баҫтырып сығарҙы. Эйе, былтырғы осор менән сағыштырғанда күҙалланған ғүмер оҙайлығы арта төшкән, әммә тыуым буйынса хәл маҡтанырлыҡ түгел. Белгестәрҙең һығымтаһы буйынса, халыҡтың тәбиғи кәмеүе артасаҡ һәм ул тәбиғи тыуым менән тулыландырылмаясаҡ. Ә бит ил Президентының төп талабы шул ине!

Бында һүҙ демографик күҙаллауҙың уртаса варианты тураһында бара, шулай уҡ уның түбәнге һәм юғары кимәлдәре бар. Уртаса вариантта ғүмер оҙайлығы нығыраҡ үҫәсәк, тик тыуым үҫеше милли проект маҡсатына ирешергә ярҙам итмәйәсәк.

Күҙаллауҙарҙың яңыртылған уртаса вариантында ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғүмер оҙайлығы йыл һайын уртаса 0,36 йылға арта барып, 2035 йылға 79,1 йәшкә етәсәк. Был күрһәткес былтыр яһалған күҙаллауҙарҙан ике йылға күберәк. Ҡатын ҡыҙ 2035 йылда ир-атҡа ҡарағанда 7,5 йәшкә оҙағыраҡ йәшәйәсәк ( 82,7 һәм 75,2 йыл).

78 йәшлек күрһәткескә 2032 йылда, милли проектта ҡаралған маҡсаттан туғыҙ йылға һуңлап, өлгәшеүебеҙ мөмкин. Сағыштырыу өсөн: Рәсәйҙә былтыр уртаса ғүмер оҙайлығы 72,9 йыл тәшкил итһә, Евросоюзда был күрһәткес 81 йылға етте. Шуныһы хәүефле, белгестәр иҫәпләүенсә, 2025 йылға тыуым кимәле кәмейәсәк.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Neftegas.ru

https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/mer-o-ayli-i-artasa--mm-57702/

Читайте нас в