Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Ғинуар 2020, 10:55

Милли проект: “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү”

Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Президенты указы нигеҙендә әҙерләнгән 12 милли проект һәм уның буйынса башҡа проекттар, программалар ғәмәлгә ашырылыуын дауам итә. 2019 йыл йомғаҡтарына күҙ һалғанда, БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты тарафынан байтаҡ сара ойошторолған.

Һандар һәм факттар:

- Үтеп барған йылда Өфөлә “Минең бизнесым” тигән ике үҙәк асылды. Шылтыратыуҙар аша консультацияларҙы, күсмә осрашыуҙарҙы һанамағанда, унда 700-ҙән ашыу эшҡыуар булған.

- Һәр муниципалитетта хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция буйынса урынбаҫары – бизнес-шериф – барлыҡҡа килде.

- Район һәм ҡала хакимиәттәрендә 1574 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ойошторолдо. Унда 4811 инвеспроект ҡаралды.

Былар – ҙур һыуҙағы бер-ике тамсы ғына. Киләһе йылда ла “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты күрһәткестәренә ирешеү өсөн эштәр дауам итәсәк.

Фото: vk.com.

Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Milli-proekt--B-l-k-y--m-urta-esh-iuarli--m-sh-hsi-esh-iuarli-bashlan-istarina-bulishli-ite-58602/
Читайте нас: