Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Ғинуар 2020, 11:20

Күп функциялы мәҙәни усаҡ – изге башланғыстарға нигеҙ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында күп функциялы мәҙәниәт йорто асылды. 2015 йылда бындай статусҡа Миндәк ҡасабаһы мәҙәниәт усағы ла эйә булғайны.

Учреждениела быйыл “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ярашлы, 6 миллион һумлыҡ масштаблы ремонт эштәре башҡарылды, матди-техник база нығытылды, ижад, сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырылды.

Мәҙәниәт йортонда балалар өсөн уйын бүлмәһе, фольклор мөйөшө, тренажер, хореография залдары, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү өсөн бүлмәләр, китапхана бар. Тиҙҙән Wi–Fi зонаһы ла булдырыласаҡ.

Киләсәккә ынтылып заманса йәшәргә, халыҡтың аң-кимәлен үҫтерергә, рухын нығытырға булышлыҡ итеүсе мәҙәниәт усағының бик күп изге башланғыстарға нигеҙ һалырына шик юҡ.

Фото: Учалы мәҙәниәт бүлеге сайтынан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/K-p-funktsiyali-m--ni-usa--izge-bashlan-istar-a-nige-57505/
Читайте нас в