Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Ғинуар 2020, 11:25

Асҡын ҡатын-ҡыҙҙарының сәләмәтлеген хәстәрләп

Асҡын районы дауаханаһына стационар һанлы маммография комплексы ҡайтарылған.

– Һөт биҙҙәрен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән яңы ҡоролма райондағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген хәстәрләү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Барлыҡ һанлы аппараттарҙағы кеүек үк, бындағы һүрәттең сифаты күпкә юғары, уны ҙурайтып йә бәләкәйсәйтеп төрлө яҫылыҡтан ҡарарға, аныҡлығын көйләргә була. Ҡыҫҡаһы, ҡоролма һөт биҙендәге бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә күрергә ярҙам итә, – ти дауахананың баш табибы Артур Ғәлиуллин.

Яңы быуын юғары технологиялы комплекс минималь нур көсөргәнешле тикшереүҙәр үткәрергә мөмкинлек бирә, һөт биҙенең рентген һүрәтенең юғары сифатын тәьмин итә. Шулай уҡ, тикшереү һөҙөмтәләрен дискка йә флеш-картаға яҙҙырырға, компьютер хәтерендә һаҡларға була.

27 декабргә тиклем яңы аппаратта етмештән ашыу ҡатын-ҡыҙ тикшерелеү үткән.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда кешеләр үлеүҙең төп сәбәптәре араһында онкология сирҙәре алдынғылар рәтендә. Был мәсьәлә төрлө даирәләрҙә тикшерелә һәм көсөргәнеште кәметеү өсөн бихисап саралар күрелә. Миҫал өсөн , “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә быйыл Башҡортостанда яман шеш менән көрәш өсөн биш миллиард һум аҡса бүленгән. Сумманың бер өлөшө Республика онкология диспансеры үҫеше һәм башҡа медицина ойошмаларына махсус ҡоролмалар һатып алыу өсөн тотонола.

#ВладимирПутин

Фото: health.bashkortostan.ru

https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/As-in-atin-i-arini-s-l-m-tlegen-h-st-rl-p-58924/

Читайте нас: