Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Ғинуар 2020, 11:00

Етемдәргә Ҡыш бабай бүләге

“Демография” һәм “Торлаҡ” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу буйынса Баймаҡ районында маҡсатлы эш алып барыла.

“Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балаларға социаль ярҙам күрһәтеү” ҡарарына һәм “Етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү” республика программаһына ярашлы 2018 йылда 22 етемдәргә фатир тапшырылһа, бөгөн 13 кеше фатир асҡыстары алды. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ике инвалид үҙ йортло булыу шатлығын кисерҙе. Яңы йыл алдынан Ҡыш бабайҙың иң ҙур бүләген алыусыларҙың ҡыуаныстары сикһеҙ ҙур.
-Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел. Иң мөһиме - Хөкүмәтебеҙ һәм район хакимиәте үҙ ярҙамынан ташламай, - тине район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев. - Йортоғоҙ - йылы, күңелегеҙ - саф һәм таҙа, эштәрегеҙ – уң булһын! Йортоғоҙҙа һәр саҡ татыулыҡ хөкөм һөрһөн, балалар тауышы тынмаһын, әҙер фатирҙың ҡәҙерен белеп, имен-һау йәшәгеҙ!
Ысынлап та, фатир асҡысы ғына түгел, ә тормошҡа бәхет асҡысы алған етемдәрҙең күңеле артабан бер ваҡытта ла кителмәһен, тормоштары матур булһын!
Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: