Кисә Ғафури районының Байымбәт ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған.
Медицина учреждениеһы барлыҡ заман талаптарына тап килә, ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был ауыл халҡына беренсел медицина ярҙамы күһәтеү мөмкинлеген һәм сифатын арттырасаҡ.