Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Ғинуар 2020, 11:00

Милли проект: "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам"

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәгендә “Процестар фабрикаһы” майҙансығын асыу тантанаһы булып үтте. Ул һаҡ етештереү принциптарына интерактив өйрәтеү формаһы булып тора.

Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры урынбаҫары Әлфиә Теүәлбаева үҙенең ҡотлау телмәрендә билдәләгәнсә, республиканың 18 предприятиеһында етештереү процестарын ҡулайлаштырыу буйынса тәүге проекттар өҫтөндә эшләү тамамланған да инде.
– Был “фабрика” – һаҡсыл етештереүҙең һәм ойошманың финанс күрһәткестәренә нимәнең йоғонто яһауын аңлауҙың мөһим элементы ул, – тине Әлфиә Теүәлбаева. – Һаҡсыл етештереү инструменттарын файҙаланыуға индереү ғәҙәттә минималь сығымдар талап итә. ”Фабрика” тренерҙарының бурысы коллективты ошоға өйрәтеүгә, процестарҙы тиҙләтеүгә ҡайтып ҡала ла инде.
Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Ирина Жук аңлатыуынса, киләһе йылда 16 ошондай “фабрика” эшләй башлаясаҡ. Үҙәк етәксеһе Руслан Нуретдинов уҡыу форматы тураһында һөйләне: был дәрестәр 15 кешенән торған команда өсөн һигеҙ сәғәткә иҫәпләнгән.
Фото: Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министрлығы сайтынан.
Читайте нас: