Республиканың дәүләт һанлы үҫеш идаралығы министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, милли проектҡа ярашлы, социаль әһәмиәтле объекттарҙы интернетҡа тоташтырыу, Башҡортостан ауылдарында элемтә инфраструктураһын үҫтереү киң мөмкинлектәр аса. Халыҡта һаулыҡ һәм белем алыу буйынса электрон хеҙмәтләндереү мөмкинлегенә эйә булыусылар күбәйә. Киләһе йыл һанлы провайдер 888 объектты юғары тиҙлекле интернет менән тәмьин итһә, 2021 йылда тағы 164 мең учреждение бындай уңайлыҡ менән файҙалана аласаҡ.