Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Ғинуар 2020, 11:00

Төйәләҫтә "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы ФАП асылды

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлдө.

Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү - “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Ошо программа сиктәрендә республиканың төпкөл ауылдарында ла фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуы матур күренешкә әйләнә бара.
Яңы социаль объект мәктәп һәм мәсет янында урынлашҡан. Төйәләҫ халҡы йылдар буйына медицина ярҙамы өсөн генә түгел, бер дарыу һатып алыу өсөн дә ҡалаға йөрөргә мәжбүр ине. Хәҙер уларға сифатлы медицина ярҙамын өйҙәренән алыҫ китмәйенсә лә алыу мөмкинлеге бар.

Төҙөлөштө атҡарыу өсөн муниципалитет тарафынан ер бүленде, бинаны коммуникациялар менән тәьмин итеү сығымдары ла ҡала хакимиәте ҡаҙнаһынан ҡапланды. Әйткәндәй, Төйәләҫтәге учреждение - республикала газ ярҙамында йылытыласаҡ берҙән-бер ошондай медицина пункты.
Төйәләҫтәрҙең шатлығын уртаҡлашырға Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов килде.
-Хәҙер ҡалаға бармайынса үҙегеҙҙә лә сифатлы медицина ярҙамы алырға була, - тине Рөстәм Әхмәткәрим улы ҡасаба халҡын тәбрикләп. - Яңы йылға һеҙгә шәп бүләк был. Киләсәктә мәктәпте лә төҙөкләндереү ҡарала.
Төйәләҫ ҡасабаһының әүҙем йәмәғәтселәре - Ислам Исламбаев, Фуат Бикбаев һәм Сәғиҙә Байназарова яңы модулле пунктҡа ифрат ҡыуаныуҙарын белдерҙе.
-Ураған һайын юл йөрөгө килеп тормай. Хәҙер үҙебеҙҙә бөтә шарттар бар - магазин эргәлә, мәктәп, балалар баҡсаһы эшләй, бына хәҙер медицина объекты булды. Шуларҙың мәнфәғәттәрен күреп йәшәргә лә йәшәргә беҙгә, - ти ауыл халҡы.
Хеҙмәтен өр-яңы бинала дауам итәсәк ҡасаба фельдшеры Венера Саптарова бер меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡасабала диспансеризацияның тәүге этабын уҙғарыуға, йөклө ҡатындарҙы, бәләкәс балаларҙы заманса бинала ҡараясағына һөйөнә. Бынан тыш, графикка ярашлы, айына ике тапҡыр Сибай үҙәк дауаханаһының терапевтары ла күсмә ҡабул итеү ойошторасаҡ.
- Башҡаларҙан айырмалы рәүештә беҙҙең пункт тәбиғи газ ярҙамында йылытыла. Һыу эстә, процедура, прививкалар яһау, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау, ҡорамалдарҙы стерилизациялау, пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәләре, санузел бар, -ти “Ауыл фельдшеры” проектында ҡатнашыусы Венера Әғзәм ҡыҙы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: