Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Декабрь 2019, 11:00

Пациенттар өсөн уңайлы мөхит булдырыла

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән халыҡтың тағы бер шатлығы артты: үҙәк район дауаханаһында капиталь ремонттан һуң хирургия бүлексәһе һәм операция блогы асылды.

Бүлексәлә һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары яңыртылған, яңы сантехника ҡуйылған, электр системаһы һәм электр приборҙары алмаштырылған. Бүлексәнең эске йөҙө лә матурланған, ишек һәм тәҙрә блоктары замансаһына алмаштырылған, иҙәндәр сифаты хәҙер янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирә. Санитария һәм гигиена ҡағиҙәләренә ярашлы, пациенттар һәм дауахана хеҙмәткәрҙәре өсөн бүлексәлә бүлмәләр үҙгәртеп ҡоролған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Шуны ла өҫтәйек, был көндәрҙә республика балалар клиник дауаханаһындағы хирургия корпусында ла ремонт эштәре тамамланыуға бара. Етәкселәрҙең әйтеүенсә, яңыртылған корпус яңы йылдың башында асыласаҡ. 230 урынға иҫәпләнгән бинала ремонттан һуң пациенттарҙы уңайлы ике һәм дүрт урынлыҡ палаталар ҡаршы аласаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: