Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Декабрь 2019, 11:05

Илмырҙала милли проект сиктәрендә яңы баҡса асылды

Яңы йыл алдынан Кушнаренко районының Илмырҙа ауылында шатлыҡлы ваҡиға булған: яңыртылған клуб һәм балалар баҡсаһы асылған.

Иҫке Ҡамышлы ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының филиалы 15 урынға иҫәпләнгән. Балалар баҡсаһына ихтыяж булыу тураһында халыҡ ағымдағы йылдың авгусында, район хакимиәте вәкилдәре менән осрашҡанда белдергәйне.
Элекке башланғыс мәктәптең иҫке бинаһы урынына яңыһын булдырырға ҡарар иткәндәр. Был ғәмәл “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллеге – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү мөмкинлеген булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә башҡарылған. Бының өсөн 2,15 миллион һум аҡса тотонолған.
Ауыл клубы иһә "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы буйынса ремонтланған.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: