Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Декабрь 2019, 11:00

Милли проект: мәктәп автобустары күбәйҙе

Өфөлә 37 мәктәп автобусы асҡысын тапшырыу тантанаһы булды. Был эш “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды, автобустар ташыу талап иткән уҡыусылар һанын бер мең кешегә кәметте. Асҡыстарҙы Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров тапшырҙы.

Был автобустар 21 районға китте. Улар - Баймаҡ, Белорет, Балаҡатай, Благовар, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Хәйбулла райондары, Нефтекама, Салауат һәм Өфө ҡалалары һәм өс дәүләт белем биреү ойошмаһы. Был - 28 “ПАЗ”, ике “ГАЗ-вездеход”, алты “ГАЗ Next”, бер “КАВЗ” автобустары. Барлығы быйыл республика 143 автобус алыуға өлгәшкән.
Бөгөн Башҡортостанда 2749 тораҡ пунктта 872 белем биреү учреждениеһында уҡыған 41951 уҡыусыны мәктәпкә алып барыу һәм алып ҡайтыу ойошторолған. Был эште барлығы 1436 автобус башҡара. Һуңғы өс йыл дауамында федераль һәм республика бюджеттарынан даими рәүештә автобус паркы яңыртыла. Был иҫкергән автобустарҙы ваҡытында иҫәптән төшөрөү һәм яңы маршруттар индереү мөмкинлеген бирҙе. Бөтә мәктәп автобустары ла ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/GPS юлдаш аппаратураһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Фото: Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: