Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Декабрь 2019, 11:15

Милли проект ҡуртымсыларҙы теүәллеккә өйрәтә

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында “Экология” милли проектына ярашлы уҙған "Урмандан файҙаланыусы сәғәте"ндә "Башнефть" йәмғиәте вәкилдәре лә ҡатнашты.

Ултырышта урман участкаларын ҡуртымға алыу килешеүҙәрен төҙөү ваҡытын күҙәтеү, хаҡын түләү, килешеү ваҡыты уҙғас, урман участкаларын кире тапшырыу, шулай уҡ 2020 йылда "урмандарҙы компенсациялы тергеҙеү" буйынса саралар үткәреү мәсьәләләре ҡаралды.
Ведомствоның ҡуртымсылар менән уҙғарылған "Урмандан файҙаланыусы сәғәте" форматындағы сараһы "Сығанаҡтар, партнерлыҡ, интеграция" республика урман форумы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда Башлығы Радий Хәбиров ҡуйған бурыстарҙы бойомға ашырыу маҡсатында үткәрелә.

Әйткәндәй, быйыл республиканың Урман хужалығы министрлығы "Экология" милли проектын бойомға ашырыу планын тулыһынса, ҡайһы бер пункттарҙы арттырып үтәне.
Фото Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: