Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Декабрь 2019, 11:10

Милли проект ҡорбандар һанын кәметмәксе

Илдә тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тәү сиратта авариялар һанын кәметеп, кешеләр ғүмерен ҡотҡарыуға йүнәлтелгән. Тик үҙебеҙ ҙә хәүефһеҙлек тураһында уйламай йөрөүҙе дауам итһәк, был эштәрҙән әллә ни фәтүә булмаҫ кеүек.

Ял көндәре етә башлаһа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлемесле авариялар һаны ла арта башлай. Кисә иртән Хәйбулла районында Юлдыбай – Аҡъяр – Сара юлында “ВАЗ-2112 “ менән “Скания” йөк машинаһы бәрелешә. Һөҙөмтәлә водитель ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған, уның Йылайыр районынан булған 31 йәшлек пассажиры урында йән биргән.
Дыуандағы авария ла ҡорбанһыҙ үтмәй. Мәсәғүт ауылының Совет урамында 27 йәшлек урында йәшәгән кеше “Шевроле Круз” автомобилендә 67 йәшлек ҡатынды тапатҡан. Инәй дауаханаға китеп барған ерҙә йән биргән. Водитель белдереүенсә, ул көтмәгәндә йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән ерҙә килеп сыҡҡан.
Бөгөн төндә Мишкә районында Бөрө – Таштүбә - Сатҡы автоюлында “Мицубиси Кантер” менән “Лада Гранта” бәрелешә. Сит ил машинаһына 31 йәшлек Пермь крайы кешеһе идара итһә, “Гранта” руле артында 27 йәшлек урында йәшәгән егет китеп барған була. Һөҙөмтә йәнә ҡурҡыныс: табиптар килеп еткәнсе ватан автомобиленең 33 йәшлек пассажиры йән бирә. Водитель менән йәнә бер пассажир дауаханала.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн юлдар ремонтлана, билдәләр, камералар, светофорҙар ҡуйыла, сифатлы юл һыҙаттары эшләнә. Халыҡҡа иһә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: