Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Декабрь 2019, 11:00

Иҫке йорттан – яңыһына

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы, Дүртөйлө һәм Балтас райондарынан иҫке, авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгән 26 ғаилә яңы фатир асҡысы алып һөйөндө.

Семилетка ҡасабаһында йәшәгән һигеҙ ғаилә Дүртөйлөләге яңы йортҡа күсенде. Уны республиканың Торлаҡ төҙөлөшө үҫеше фонды төҙөгән.
Иҫке Балтас ауылында иһә 18 ғаилә яңы фатирлы булды. Әйткәндәй, Балтас районы – иҫке йорттан күсереү программаһы бурыстарын иң тәүгеләрҙән булып тормошҡа ашырған муниципалитеттарҙың береһе, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы.
Башҡортостан Торлаҡ төҙөлөшө комитетында әйтеүҙәренсә, дөйөм алғанда, 1 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды тәшкил иткән йорт-фатирҙар күсерелгән. Шулай итеп, ил Президенты Владимир Путиндың май Указына ярашлы булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты һәм республиканың 2019-2020 йылдарҙа авариялы торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү адреслы программаһы буйынса майҙаны 8378 квадрат метр булған 206 торлаҡ бинаһынан 666 гражданды күсереү планлаштырыла. 2024 йылға тиклем был күрһәткес 4,6 мең булырға тейеш.
#национальныепроекты
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: