Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Декабрь 2019, 11:00

Урмандарҙы һаҡлау буйынса милли проекттың планы арттырып үтәлгән!

БР урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Башҡортостанда “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” проектының маҡсатлы күрһәткестәре арттырып үтәлгәнлеген хәбәр итте. Ул бының урмандарҙы тергеҙеүгә һәм урман янғындарынан зыянға ҡағылыуын билдәләне, туғыҙ күрһәткестең ҡалғандарын да үтәгәндәр.

“Мәҫәлән, урмандарҙы тергеҙеү һәм киҫеү балансы буйынса маҡсатлы күрһәткес ағымдағы йылда 93 тәшкил итә ине, беҙ уны 93,5 процента үтәнек. Тимәк, республикала 12 мең гектар урман тергеҙелгән. Урман янғындарынан зыян 14,5 миллион һум тәшкил итте, маҡсатлы күрһәткес 20,9 миллион ине”, - тип һөйләне ведомство етәксеһе. Шулай уҡ уның һүҙҙәренә ҡарағанда республикала быйыл 160 урман янғыны булған, шуларҙың 134-е тәүге тәүлектә үк һүндерелгән, тәьҫир итеү оперативлылығы 84 процент тәшкил иткән. Марат Шәрәфетдинов бындай һөҙөмтәгә яңы һатып алынған техника арҡаһында ирешеп булыуын билдәләй.
Министр бүленгән 163 млн һумға бөтә техниканың да ваҡытында һатып алыныуын, шуға ла Рәсәй урман хужалығы сентябрҙә төбәккә тағы ла 34,6 млн һум бүлеүен, уларға ла техника һатып алыныуын билдәләне. Бөтәһе 2024 йылға тиклем республика “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” проектын тормошҡа ашырыуға 2,2 млрд һум аҡса аласаҡ, шуларҙың 1,3 млрд һумы – бюджеттан тыш аҡсалар.
#Национальныепроекты
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mgazeta.com
Читайте нас: