Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Декабрь 2019, 11:52

Милли проект: Йомағужала парк асылды

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев "Бәйләнештә" социаль селтәрендә үҙенең сәхифәһендә яҙыуынса, райондың Йомағужа ҡасабаһында яңы йыл алдынан халыҡты халыҡты ҡыуандырып, күркәм парк асылған.

Белеүегеҙсә, 2020 йыл тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүгә арналасаҡ (Тораҡ пункттарҙың эстетикаһы йылы - Год эстетики населеннных пунктов). Эштәр быйылдан уҡ башланған.

Ғайса Янбаев былай тип яҙа:

"Беҙ Йомағужа ҡасабаһы халҡына уңайлы мөхит булдырыуҙы дауам итәбеҙ. Ихаталар төҙөкләндерелә, подъездар ремонтлана, юлдар һалына, обелиск реконструкциялана. Бөгөн Боҙ ҡаласығы менән бергә "Уңайлы ҡала мөхите" программаһы буйынса төҙөлгән паркты ла астыҡ. Беҙҙең шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин да килде. Төҙөүселәргә парк өсөн рәхмәт".

Был ял урынында сәхнә лә, уйын майҙансыҡтары ла, йүгереү һәм велосипед өсөн айырым юлдар ҙа бар. Киләһе йылдан фонтан эшләй башлаясаҡ.

Район хакимиәте башлығы Йомағужа халҡына ла өндәшә: "Бөтә граждан һәм балаларҙың ялы өсөн барлыҡ шарттар булдырылған паркты һаҡларға һәм тәрбиәләп торорға кәрәк".

Әйткәндәй, был парк Рәсәй Президенты тарафынан булдырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты күрһәткестәренә ирешеүҙең бер аҙымы.

Фото: vk.com

Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Milli-proekt-Yoma-ugala-park-asildi-56236/
Читайте нас: