Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Декабрь 2019, 11:05

"Өлкән быуын" программаһы сиктәрендә

«Демография» милли проекты үҙ эсенә алған «Өлкән быуын» программаһы сиктәрендә Башҡортостанда 65 йәштән өлкән ауылда йәшәүселәргә өҫтәмә медицина тикшереүе үтерелә. Был турала хөкүмәт ҡарары октябрҙә донъя күргәйне.

Әле республика райондарында мобиль медицина бригадалары әүҙем эшләй. Махсус автотранспорт алыу өсөн бүленгә 34,2 млн. һумға август айында ун һигеҙ "Газель Некст" автомобилдәре ҡайтарылды. 8 кешелек автомобилдәрҙең салоны хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән граждар өсөн дә йыһазландырылған. Инвалид коляскаларын күтәреү өсөн лифттар ҡуйылған.
Бөгөнгө көндә ауыл ерендә 65 йәштән өлкән 222 мең кеше йәшәй. 2024 йылдың аҙағына тиклем уларҙың 45 процентына дауаханаларҙа өҫтөмө тикшереү үткәреү планлаштырыла. Шул рәүешле медицина менән халыҡ араһының яҡынайыуы илдә ғүмер оҙонлоғон арттырыуға булышлыҡ итер, тип күҙаллана.
#национальныепроекты
Читайте нас: